09:45 (UTC+5), 18 Октября 2017

Декабрь айында Башҡортостанда 200 һәм 2000 мең һумлыҡ аҡсалар әйләнешкә инә – Милли банк

Известия/Александр Казаков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда Алыҫ Көнсығыш һәм Севастополь символдары төшөрөлгән 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар ағымдағы йылдың декабрендә әйләнешкә инә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Бөгөн федераль киң мәғлүмәт саралары яңы банкноталарҙы Приморье биләмәһенә килтереүҙәре хаҡында хәбәр итте. 200 һәм 2000 һумлыҡ тәүге купюралар 12 октябрҙә әйләнешкә инде. Яңы банкноталар менән таныштырыу сараһында Рәсәй банкы башлығы Эльвира Нәбиуллина әйтеүенсә, күпләп әйләнешкә индереү декабргә билдәләнгән.
«Тәү сиратта яңы аҡсаларҙы Алыҫ Көнсығыш, Ҡырым һәм Мәскәү, башҡа төбәктәр иһә йыл аҙағындараҡ аласаҡ. Беҙ шулай булыр тип көтәбеҙ. Беҙгә яңы банкноталар башҡаларҙан алда килмәйәсәк. Ҡырымда улар әйләнештә йөрөй башланы ла инде. Хәҙер улар Приморьела ла күренә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика