02:00 (UTC+5), 17 Октябрь 2017

Владимир Путин сит ил ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәргә ярҙам итергә саҡырҙы

Кremlin.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй биләмәһендә ныҡлап төпләнгән ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе сит ил компанияларын субсидиялауға бюджеттан өҫтәмә саралар бүлеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Был теманы дәүләт башлығы Воронежда уҙған ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә күтәрҙе.
Владимир Путин ошо көндәрҙә Германияның бизнес вәкилдәре менән осрашыуы хаҡында хәбәр итте, уларҙың ҡайһы берәүҙәре үҙҙәрен Рәсәйҙең ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәренә индерә, сөнки уларҙың ныҡлап төпләнгән етештереү урыны хөкүмәт тарафынан билдәләгән кимәлгә еткән. Рәсәйҙең бөтә ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәре исеменән улар тармаҡты артабан да субсидиялау мәсьәләһен ҡуйҙы.
Хөкүмәт был маҡсатҡа 2018 йылдың бюджетына һалынған өҫтәмә 20 миллиард һумдан 2 миллиардын бүлергә тәҡдим итте. Был субсидиялар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағында, әммә ауыл хужалығы тармағына ҡарай һәм ауыл хужалығы производствоһында мөһим ролде уйнай, тип асыҡланылар АгроИнфо сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика