04:15 (UTC+5), 17 Октября 2017

Сит ил балалар аҙыҡ-түлеген илебеҙҙеке менән алмаштырыу күҙаллана

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙә сил ил балалар аҙыҡ-түлегенә алмашҡа илебеҙҙеке киләсәк. Хөкүмәт сит ил балалар аҙыҡ-түлеген алмаштырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара төркөм ойошторҙо. Унда Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм сәнәғәт, Иҡтисади үҫеш, Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре инде.
«Эшсе төркөмдөң төп бурыстары – балалар аҙыҡ-түлеген етештереүҙе тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар, шулай уҡ импортты алмаштырыуға һәм экспортты үҫтереүгә күсеү өсөн эштәр планын булдырыу буласаҡ», — тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
«Руспродсоюз» ассоциацияһының мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙә балалар аҙыҡ-түлеге баҙарының яҡынса 70 процентын Danone, Nutricia, PepsiCo компаниялары һәм Рәсәйҙең «Прогресс» ойошмаһы биләй. Шул уҡ ваҡытта етештереүселәр билдәләүенсә, хәҙер илебеҙ баҙарында сеймал етмәү сәбәпле сит ил продукцияһынан тулыһынса баш тартыу икеле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика