10:35 (UTC+5), 17 Октября 2017

Республикала бешмә ауырыуы арҡаһында 1700 баш мал юҡ ителгән – Ауыл хужалығы министрлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда бешмә вирусы эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителгән. Нигеҙҙә, эре мөгөҙлө малдар, кәзәләр һәм һарыҡтар, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бешмә вирусы Туймазы һәм Бүздәк райондарында теркәлде.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ошо сир Башҡортостанға Урта Азия төбәктәренән ваҡ мал менән килеп ингән.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты «Ветеринария ҡағиҙәләрен боҙған өсөн» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Бешмә – малдар араһында таралған хәүефле ауырыу. Сирҙең кешегә лә йоғоуы ихтимал. Ауырыу малсылыҡҡа етди зыян килтерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика