03:45 (UTC+5), 17 Октября 2017

Республика игенселәре 138 мең тонна ҡарабойҙай йыйған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда ҡарабойҙай йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, ҡарабойҙай 123 мең гектар майҙандан йыйылған, ул пландан 97 процент тәшкил итә.
Гектарынан уртаса уңыш 11,2 центнерҙа төбәктә 138 мең тонна самаһы ҡарабойҙай һуғылған. Быйыл уңыш буйынса алдынғыларҙа – һәр гектарынан 20 центнерҙан ашыу йыйған Архангел һәм Ейәнсура райондары хужалыҡтары.
Ҡарабойҙай һуғыу буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Бишбүләк районы ауыл хужалығы предприятиеларында билдәләнә – 11,7 мең тонна.
Баҡалы, Йәрмәкәй, Балтас һәм Стәрлетамаҡ райондарында биш мең тоннанан ашыу ҡарабойҙай һуғып алғандар, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика