03:20 (UTC+5), 16 Октября 2017

Республикала күҙәтеү ведомстволарының эшен яраштырыу буйынса һынау проекты эшләй башлаясаҡ

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яҡын ваҡытта Башҡортостанда Рәсәй өсөн контроль-күҙәтеү органдарының эшен яраштырыу буйынса һынау проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ошо хаҡта республика Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәте идаралығының хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләрен тыңлағандан һуң Рәсәй Федерацияһы министры Михаил Абызов һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Сара барышында Башҡортостандың күҙәтеү ведомстволарында эштең яҡшы ойошторолоуы, эшҡыуарлыҡ тәртибе йәһәтенән етди тәжрибә тупланғаны ла билдәләнде. Шуның менән бергә, бизнес-берләшмә вәкилдәренең фекеренсә, Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең һәм төбәк органдарының функциялары һәм вәкәләттәре ҡабатланыу проблемаһы бар. Бынан тыш, йыш ҡына ведомствоның функциялары Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенеке менән тап килә.
Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы министры, «Контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлегенең реформаһы» өҫтөнлөклө программаһы кураторы Михаил Абызов республикала күҙәтеүсе ведомстволар араһында координациялау эшен күтәреү буйынса киләсәктә киңәйеүе ихтимал һынау проектын бойомға ашырырға тәҡдим итте.
- Мин Рөстәм Зәки улына республика Хөкүмәте майҙансығында координация форматын булдырырға тәҡдим иттем. Уның сиктәрендә федераль һәм төбәк вәкәләттәре буйынса тикшереүҙәрҙе һәм уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауҙы планлаштырыу буйынса уртаҡ эш уҙғарылыр ине. Федераль һәм төбәк инспекторҙары бер үк предприятиеларға йөрөмәһен, шул уҡ белешмәләрҙе һәм документтарҙы һорамаһын өсөн, – тине министр. – Икенсе яҡтан, федераль структураларҙың көйләнмәгән эше ҡабат тикшереүҙәргә килтергән ведомство-ара мәсьәләләр бар. Эшҡыуарҙар Федераль ветеринар фитосанитар хеҙмәте менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәтенең йыш ҡына бер үк нәмәне тикшереүенә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтә. Бында, республика Хөкүмәте майҙансығында ошо координацияны көсәйтергә кәрәк тип иҫәпләйем. Ул инспекторҙар составының эш сифатын күтәрәсәк, ә иң мөһиме – продукцияның сифатын арттырыуға килтерәсәк. Был дәүләт контроленең нимә өсөн барлығын аңлата.
Башҡортостан Башлығы төбәк ведомстволарының вәкәләттәрен киңәйтеү кәрәклеген билдәләп, был фекерҙе хупланы.
- Үҙ яғыбыҙҙан әйтелгәндең барыһын да – контроль-күҙәтеү хеҙмәттәренең үҙ-ара нисек эш итә алыуын күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһы миҫалында модель һынауын уҙғарырға тырышырбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә вәкәләттәребеҙ аҙыраҡ, сөнки ул федераль структуралар һәм ғәҙәттә урындағы федераль орган етәкселәре юғарыға ымлай: «Бына беҙгә етәксе әйтһә, беҙ эшләрбеҙ, ә былай бәйләнмәгеҙ». Әммә бергәләп талаптарыбыҙға иғтибар итмәү хәлен «йомшарта», бөтөрә башларбыҙ һәм уңышҡа өлгәшербеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика