Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Октябрь 2017, 17:07

Республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме аталды

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сентябрь айында республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләмен атаны. Август менән сағыштырғанда ул бер аҙ кәмеп, 4240 һум тәшкил иткән.
Хәҙер пособиеның минималь күләме — 977,5, иң ҙуры 5635 һумға тиң.
«1 октябргә ҡарата төбәктә 6,4 мең кеше — эшһеҙлек буйынса минималь пособие, 11,3 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ максималь пособие ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Читайте нас: