Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Октябрь 2017, 13:58
Башҡортостанда кукуруздың уңышы бер ярым тапҡырға артҡан
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда һуң өлгөрә торған культураларҙы йыйыу дауам итә. Мәҫәлән, орлоҡҡа кукуруз майҙандарҙың 33 процентында йыйып алынған. Әлшәй, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ейәнсура һәм Ишембай райондарында «баҫыу батшабикәһе»н йыйғандар ҙа инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Уртаса уңыш — һәр гектарҙан 41,3 центнер. Былтыр октябрь башына ҡарата уңыш бер ярым тапҡырға аҙыраҡ ине — гектарынан 26,2 центнер.
Бөгөнгә иң юғары уңыш Мәләүез районы хужалыҡтарында — 67,4 центнер.
Республикала кукуруз силосҡа ла үҫтерелә.
Теги:
кукуруз
уңыш
Читайте нас: