09:25 (UTC+5), 13 Октября 2017

Республикала иген йыйыу тамамлана

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу тамамлана. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, планға ҡарата майҙандарҙың 99 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған һәм һуғылған.
Төбәктә 3, 777 миллион тонна иген йыйылған. Һәр гектарҙан уртаса 21,8 центнер уңыш алынған. Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары игенселәре бер гектарҙан 30 центнерҙан ашыу йыя.
Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың иң юғары уңышы — Саҡмағош районында, унда һәр гектарҙан 39,7-шәр центнер йыялар.
Әле 224, 171 һәм 153 мең тонна иген йыйып алған Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары алдынғылар рәтендә килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика