Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь 2017, 08:01

Рөстәм Хәмитов: «Суррогат алкоголь менән көрәш бөтә йүнәлештәрҙә лә көсәйтелергә тейеш»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге даими координация кәңәшмәһенең ултырышын уҙғарҙы. Ул төбәк биләмәһендә контрафакт һәм суррогат алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү мәсьәләләренә арналды. Унда депутаттар корпусы вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм профилле ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
- Ҡайһы бер муниципалитет биләмәләрендә законлы алкоголде ҡыҫырыҡлап сығырауын дауам итеүсе осһоҙ суррогат һәм контрафакт эсемлектәрҙе һатыу кешеләр өсөн төп хәүеф йөрөтөүен яҡшы беләһегеҙ. Нәҡ ошо иң киҫкен мәсьәлә әлегәсә тулы күләмдә хәл ителмәгән, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Суррогат алкоголь менән көрәштең бөтә йүнәлештәр буйынса ла көсәйтелергә тейешлеге аңлашыла. Беҙгә – көс структураларына, федераль күҙәтеү органдарына, республиканың башҡарма власть органдарына, район һәм ҡала хакимиәттәренә, йәмәғәтселеккә ипкә һалып эш итергә кәрәк.
Башҡортостанда 2017 йылдың һигеҙ айында 865 спиртлы эсемлек менән ағыуланыу осрағы булған, уларҙан 111 кеше ағыуланып үлгән, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Күмертауҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта 14 йәшкәсә 19 бала ағыуланған.
- Кешеләрҙең ғүмере – ҡыл өҫтөндә. Йә беҙ тәртипкә килтерәбеҙ, йә иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу сәбәпле байтаҡ граждандарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Шуға бөтә йүнәлештәр буйынса ла тамырынан өҙөргә кәрәк. Мәрхәмәт һорағандарға йомшаҡлыҡ күрһәтергә, хәленә инергә ярамай. Бер ниндәй ҙә мәрхәмәт булмаҫҡа тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. – Ошо йәһәттән федераль ҡануниәттең ҡатыланғанын күрәбеҙ. Енәйәтселек менән көрәштә өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Быйыл июль айында Дәүләт Думаһы алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ рәүештә етештергән һәм уның менән сауҙа иткән өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡты арттырған ике федераль закон ҡабул итте. Енәйәтселәр закон талаптарына ярашлы рәүештә яза алырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы был эшкә рәсми булмаған алым менән килеү кәрәклеген билдәләне.
- Проблеманың ни тиклем ҙур булыуын беләбеҙ, эш даирәһе ғәйәт ҙур. Теләһе ҡайһы магазинға инегеҙ, унда әлегә тиклем «фанфуриктар» һаталар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эшкә рәсми булмаған алымдар менән ҡарарға кәрәк. Миңә отчеттар кәрәкмәй. Ҡайҙа үҙ-ара эшмәкәрлектең юҡлығын, ҡайҙа ҡатыландырыу кәрәклеген, ҡайҙа координация эшенең етмәгәнлеген аңлау зарур. Кешеләр үлә – шуныһы ҡурҡыныс.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай кәңәшмәһенең йомғаҡтары буйынса 250 миллиграмдан әҙерәк күләмле һауытта алкоголле продукцияны һатыуға сикләүҙәр индереү тураһында закон башланғысы менән сығыш яһарға тәҡдим ителде. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм профилле министрлыҡтарға үҙ-ара эшмәкәрлекте көсәйтергә һәм республика биләмәһендә алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешен асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса уртаҡ эште дауам итергә кәңәш ителде. Бынан тыш, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына 2017 йылдың 1 декабренә тиклем ауыл ерендә алкоголле продукцияны һатыусы ғәмәлдәге сауҙа объекттарын ЕГАИС-ҡа тоташыуҙы тәьмин итергә кәрәк.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: