Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь 2017, 17:24

2018 йылда республиканың төҙөкләндереү өсөн күпме аҡса аласағы билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Киләһе йылда Башҡортостан «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проектын тормошҡа ашырыуға ағымдағы йылдағы кеүек суммала аҡса аласаҡ. Был 1 миллиард һумдан ашыу, өҫтәүенә уның составында федераль аҡса күберәк буласаҡ. Ошо хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры Николай Хорошилов хәбәр итте. Проектта мең кешенән кәм булмаған муниципалитеттар ҡатнаша ала.
2017 йылдың башында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса проектҡа башланғыс һалды. Бының өсөн 200 миллион һум аҡса бүленде. Уның артынса республикаға федераль проект килде. Ул федераль ҡаҙнанан 856 миллион һәм республиканыҡынан 175 миллион һумға финанслана. Проектҡа бөтә 21 ҡала һәм ҡала тибындағы ике ҡасаба индерелде (Шишмә һәм Приют). «Ҡалалар документтар буйынса әҙерлеклерәк булып сыҡты», — тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин.
Положение буйынса, иғәнә алыусылар бүленгән аҡсанан 5% ашыуыраҡ йыйырға тейеш ине, һәм, дөйөм алғанда, халыҡ 28, 8 миллион һумлыҡ суммаға ҡатнашты. Өҫтәүенә 10 муниципалитет эшкә өҫтөнлөк бирҙе, ә 13-ө аҡса һалды.
Документтар майҙа әҙер ине, ләкин улар буйынса тендер һәм экспертиза уҙғарыу кәрәклеге арҡаһында эштәр августа башланды, тип иҫкә төшөрҙө торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры. Программаны башҡарыусылар ҡатнашыусылар һанын 353-тән 401-гә тиклем арттыра алды. Әле эштәр тамамланыу өҫтөндә.
Бынан тыш, парктарҙы төҙөкләндереү һәм реконструкциялау буйынса проекттар ғәмәлгә ашырыла. Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркында ҙур күләмле эштәр бара. «Бәләкәй ҡалаларҙағы парктар» программаһы буйынса республика 19 миллион федераль һум алды һәм үҙенең бюджетынан 3,6 миллион өҫтәне. Был аҡса Белорет, Бәләбәй, Благовещен, Күмертау, Учалы моноҡалалары араһында бүленде.
«Ҡала мөхите»нең төбәк координаторы Ирек Ниғмәтуллин республикала бер нисә йыл дауамында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты бойомға ашырылыуын иҫкә төшөрҙө.
Читайте нас: