02:41 (UTC+5), 10 Октября 2017

Республика көнөнә Шаран йылғаһы аша күпер төҙөлдө

Шаран районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Республиканың Шаран районында Шаран йылғаһы аша яңыртылған күперҙе асыу тантанаһы үтте. Иҫке күпер авария хәлендә ине. Шаран ауылының төньяҡ биҫтәһенә, райондың административ үҙәгенә башҡа күпер юҡ ине, бөтәһе лә урау юл буйлап йөрөнө һәм түҙемһеҙлек менән был яҡҡа хәрәкәттең асылыуын көттө. Ремонт эштәрен быйыл «Дормост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башланы һәм кисә уны тантаналы рәүештә астылар.
Республика көнөнә бындай бүләкте бөтә юл хәрәкәте ҡатнашыусылары ла баһаланы – күпергә тигеҙ итеп асфальт түшәлгән, бер етешһеҙлеге лә юҡ, йәйәүлеләр өсөн айырым юл бүленгән, яҡтыртылған.
Тантанала Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, «Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы урынбаҫары Азат Хафизов, «Дормост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ростом Аракелян ҡатнашты.
Район башлығы «Дормост» йәмғиәте директоры һәм участка мастерына сифатлы башҡарылған эш һәм күперҙе ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырғандары өсөн рәхмәт әйтеп, уларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тантаналы асыуҙан һуң күпер буйлап «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте автомашиналары колоннаһы үтте. Урау юл киләһе йылдарҙа ла һаҡланасаҡ, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика