Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
14+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Октябрь 2017, 16:17
Республика игенселәре көнбағыш йыйыуға төштө
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда көнбағыш йыйыуға төштөләр. Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 28 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйылған, ул пландың 12 процентын тәшкил итә.
Уртаса уңыш гектарынан 11,5 центнер тәшкил иткәндә 33 мең тонна самаһы көнбағыш орлоғо һуғылған.
Иң юғары уңыш – гектарынан 18 центнер – Стәрлетамаҡ районы баҫыуҙарында билдәләнә.
Бөтәһенән дә күберәк уңышты– һәр ҡайһыһы бишешәр мең тонна самаһы - Әлшәй һәм Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы предприятиелары йыйған.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
ауыл хужалығы
көнбағыш
Читайте нас: