13:52 (UTC+5), 09 Октября 2017

Белорет районында евроутын әҙерләү буйынса завод асыла

eurodrova.ru
eurodrova.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Белорет районында «Селена» урман сәнәғәте компанияһы бөгөн, 9 октябрҙә, яңы производтство аса. Яғыулыҡ бөртөктәрен (пеллет) әҙерләү буйынса завод төҙөлөшөнә инвестициялар 80 миллион һум тәшкил иткән, унда 40 кеше эшләйәсәк.
Заводҡа йылына 14 мең тоннаға тиклем етештерә алған Amandus Kahl ҡорамалы (Германия) һатып алынған. Предприятие ҡырҡыу ҡалдыҡтарын, шулай уҡ түбән сортлы һәм һатыуы ауыр булған ағасты эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк.
Бынан алдараҡ «Селена» компанияһы етәксеһе Владимир Канибер «Башинформ» агентлығына тармаҡтың ағасты тәрән һәм тулы эшкәртеү йүнәлешендә үҫешәсәге хаҡында хәбәр иткәйне: «Ағасты эшкәртеү ҡалдыҡтары 30 процент тәшкил итә. Өҫтәүенә бысҡы онтағы аҫтында һигеҙ йыл бер нимә лә үҫә алмай. Ошо ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә, мәҫәлән, уларҙан яғыулыҡ бөртөктәре, шул иҫәптән металлургия өсөн кәрәкле кокс эшләргә мөмкинлек биргән технологиялар бар».
Яғыулыҡ пеллеттарын евроутындар тип атайҙар. Ҡала ситендә төҙөлөш эштәренең әүҙемләшеүенә һәм экологик яҡтан таҙа булыуға бәйле улар Рәсәйҙә лә һорау менән файҙаланыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика