12:02 (UTC+5), 09 Октября 2017

Башҡортостанда игендең уңышы 3,7 миллион тоннанан ашҡан

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамлана. Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аграрийҙар 3,7 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған. Гектарынан уртаса уңыш 21,8 центнер тәшкил итә. Бер йыл элек республикала ошо ваҡытҡа 3,5 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйып алынғайны.
Быйыл уңыш буйынса Саҡмағош районы беренсе урында — һәр гектарҙан 39,8 центнер ашлыҡ. Стәрлетамаҡ районы ашлыҡ һуғыу буйынса иң яҡшыһы тип танылған, унда аграрийҙар 219 мең тонна йыйған.
Әле республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарҙың 98 процентында сабылған һәм һуғылған. 22 районда аграрийҙар —
ашлыҡ сабыуҙы, 17-һендә йыйыуҙы тамамлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика