08:59 (UTC+5), 06 Октября 2017

Вьетнам инвесторҙары Башҡортостанда һөт комплексын төҙөргә ниәтләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Мәскәүҙә TH Group корпорацияһы составындағы ТH True Milk компанияһы (Вьетнам) менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм корпорация етәксеһе Хоанг Конг Чанг ҡул ҡуйҙы.
Вьетнам инвесторҙары Башҡортостандың Бүздәк районында яңыртыу талап иткән фермаларҙың береһендә һөт етештереү буйынса заманса комплекс төҙөргә ниәтләй. Инвестиция проекты шәхси эре мөгөҙлө малдар һанын үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыуҙы ла күҙ уңында тота, тип хәбәр итә төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
ТН True Milk — Вьетнамда һөт етештергән ҙур компанияларҙың береһе. Шәхси фермалары, һөт һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары, берләштерелгән медицина үҙәге, магазиндар селтәре бар. Бынан тыш, органик йәшелсәләр үҫтереү һәм функциональ аҙыҡ-түлек етештереү ойошторолған. Компания Вьетнамдың һөт баҙарында 30 проценттаны ашыуын биләй.
«Коллегаларыбыҙ Башҡортостанға килеп, төбәктең мөмкинлектәрен, бер нисә потенциаль майҙансыҡтарҙы баһаланы ла инде, — тине Хоанг Конг Чанг, килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң. — Беҙ республика хөкүмәте яғынан ярҙам ҡулы һуҙыуҙарын күрәбеҙ һәм яҡын арала проектты тормошҡа ашыра башларбыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика