Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Октябрь 2017, 08:00

Төбәктә селекция-генетика үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда селекция-генетика үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр. Был проект республика хөкүмәтенең «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән уртаҡ эштә иң әһәмиәтлеләрҙең береһенә әйләнергә тейеш.
«Башинформ» агентлығы ,хәбәр иткәнсә Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм компаниялар төркөмөнөң етәксеһе Сергей Джапаридзе ҡул ҡуйҙы.
Сергей Джапаридзеның фекеренсә, етди селекция эшенән тыш төшөмлө һөт етештереүҙе ойоштороу бик ҡатмарлы.
«Башҡортостан — һөт малсылығын үҫтереү өсөн бик перспективалы төбәк, ул төбәктәрҙә генә түгел, тотош ил иҡтисадында үҫеш драйверҙарының береһе була ала», — тип билдәләне компаниялар төркөмө етәксеһе.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: