06:26 (UTC+5), 06 Октября 2017

Баш ҡалабыҙҙа парктар булдырыу һәм төҙөкләндереү өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге парктарҙы төҙөкләндереүгә һәм яңыларын төҙөүгә, бағыусылар аҡсаһынан тыш, 2 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән. Аҡсаның күп өлөшө федераль бюджеттан бүленгән. Һуңғы алты йылда ҡалала 19 яңы парк һәм сквер төҙөлгән, 28-е реконструкцияланған.
2017 йылда Өфөлә «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы тормошҡа ашырыла. Ул йәшелләндереү һәм асфальт түшәүҙән тыш, урындағы халыҡтың теләктәренә нигеҙләнгән билдәле бер концепция буйынса киңлек булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо программа сиктәрендәге иң ҙур проект — Сипайлово биҫтәһендә «Ҡашҡаҙан» паркын төҙөкләндереү һәм үҫтереү (федераль ҡаҙнанан 80 миллион һум һәм ҡала бюджетынан 25 миллион).
Дөйөм алғанда, ҡалала төҙөкләндереү буйынса сараларҙы финанслау 279 миллион һум тәшкил иткән (223,8 миллионы — федераль, 45,8 миллионы — республика, 9,5 миллионы — халыҡтың аҡсаһы). Ошо сумманан 90 миллион һумы — йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүгә, 180 миллионы 105 күп фатирлы йорт ҡараған 81 ихатаны төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика