Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2017, 07:50
Үрге Тәтешлелә йәйәүлеләр өсөн күпер асылды
Тәтешле районы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Тәтешле районы үҙәгендә Бәрмүш йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер асылды. Йылғаның икенсе ярында йәшәүселәр үҙәккә тиклем тиҙерәк барып етеү өсөн күпер кәрәклеген билдәләп, тейешле сумманы йыйған. Төп финанслау саралары «Ысын эштәр» партия проекты сиктәрендә килгән.
«Проект районда бына инде бер нисә йыл эшләй. Йыл һайын яңы объект файҙаланыуға тапшырыла. Юлдар, шишмәләр төҙөкләндерелә, зыярат кәртәләре яңыртыла», — тип билдәләне күперҙе асыу сараһында ауыл советы башлығы Рәмил Йәмилев.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
партия проекты
ысын эштәр
күпер
Читайте нас: