12:39 (UTC+5), 05 Октябрь 2017

Республикала Өршәк йылғаһы аша күпер ваҡытынан алда асыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республика көнө алдынан Өфө районында Фомичев-Булгаков-Федоровка автомобиль юлында Өршәк йылғаһы аша күпер асыла. Ул 2017 йылдың май аҙағында ремонтҡа ябылғайны. Эштәр графиктан алдараҡ барҙы, шуға күрә объект ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырыла. Күперҙе асыу тантанаһы 6 октябргә киске сәғәт 5-кә билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.
Өршәк йылғаһы аша күпер Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектын һәм Өфө агломерацияһының транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу барышында ремонтланды.
Эштәрҙең заказсыһы – Өфө районы хакимиәте, подрядсыһы – «Дормост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ремонт эштәренең хаҡы яҡынса 22 миллион һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика