03:30 (UTC+5), 04 Октябрь 2017

Республикала алданған өлөшсөләрҙең проблемалары менән төбәк операторы шөғөлләнәсәк

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостанда төбәк операторы булдырыласаҡ, ул алданған өлөшсөләрҙең проблемалары менән шөғөлләнәсәк. Был турала өлөшлөтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға саҡырылған закон проектын тикшереү буйынса асыҡ тыңлауҙар барышында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика парламентарийҙары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ул алданған өлөшсөләргә ҙур инвестиция проекттары сиктәрендә төҙөлгән йорттарҙан фатир бүлеүҙе күҙ уңында тота. Ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ер һатыуһыҙ бүленәсәк, ә төҙөүсе-инвестор, үҙ сиратында, алданған өлөшсөләргә йорттар участкаһында төҙөлгән дөйөм майҙандарҙың 10 процентын бирәсәк.
Владимир Нагорныйҙың һүҙҙәренсә, оператор шул иҫәптән проблемалы йорттар менән шөғөлләнәсәк һәм ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡушыла алған инвесторҙарҙы эҙләйәсәк. Төбәк операторын булдырыу мәсьәләһе менән әлеге ваҡытта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнә.
Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙың фекере буйынса, тикшереүгә ҡуйылған закон проекты эшләп бөтөүҙе талап итә.
«Концептуаль рәүештә закон проекты дөрөҫ – алданған өлөшсөләр иҫәбенә ингән кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк, — тип иҫәпләй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев. — Бөгөн беҙ яңы йорттар төҙөргә һәм унда алданған өлөшсөләргә фатирҙар бүлергәме йәки булғанын төҙөп бөтөргәме тигән мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ».
Һуңғы һорау әүҙем фекер алышыу уятты. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Фуркат Мөхәмәҙиев иҫәпләүенсә, ғәмәлдәге редакциялағы закон проекты тик төҙөлә башламаған объекттарҙы ғына үҙ эсенә ала. Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, республикала бындай кәмендә ете майҙансыҡ (төбәктә бөтәһе 29 проблемалы объект иҫәпләнә, уларҙан зыян күргәндәрҙең һаны 3,5 мең кешегә етә). Эштәр төрлө стадияла туҡтап ҡалған йорттарҙың нисек төҙөлөп бөтәсәге әлегә билдәһеҙ.
«Тәүгә өлөшсөләргә улар килешеү төҙөгән объекттарҙа түгел, ә башҡа урындарҙан фатир алырға тәҡдим итеү осрағы менән тап киләбеҙ, — тип һөйләй Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Исмәғилев. — Бөгөн прокуратура органдары контролендә биш проблемалы объект тора, уларҙың дүртәүһе Өфөлә һәм берәүһе Благовещенда. Улар 70-80 процентҡа әҙер. Өлөшсөләр йәнә нигеҙ кимәленә китергә килешерҙәрме тигән һорау килеп тыуа. Бынан тыш, байтаҡ проблемалы йорттар ҡаланың үҙәк райондарында урынлашҡан. Ә алмашына ниндәй участкалар биреләсәк?»
Прокуратурала тикшерергә тәҡдим ителгән тағы ла бер һорау – ул алданған өлөшсөләргә торлаҡ биреү сираты, уны шулай уҡ яңы законда йәки ярҙамсы закон акттарында яҙырға кәрәк.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачевтың һүҙҙәренсә, ярҙамсы закон акттары әле уҡ әҙерләнә башларға тейеш.
«Яңы закон уны ҡабул итеү осрағында «йоҡламаһын», тәнҡиткә бирелмәһен, ә ысынлап та өлөшсөләрҙең мәнфәғәтендә эшләһен өсөн ярҙамсы закон акттарын әҙерләүҙе закон проекттын корректировкалау менән бер юлы алып алып барырға кәрәк», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика