10:04 (UTC+5), 04 Октября 2017

Башҡортостан делегацияһы «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең барлыҡ төп сараларында ҡатнаша

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Мәскәүҙә 19-сы «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асыла.
Күргәҙмәлә республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҡатнаша.
Делегация составында — Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, бер нисә район башлыҡтары, район ауыл хужалығы идаралығы начальниктары, алдынғы фермер хужалыҡтары башлыҡтары, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре һәм етештереү алдынғылары.
Илдең төп агрофорумында ике меңдән ашыу тармаҡ, шул иҫәптән сит ил предприятиелары һәм ойошмалары ҡатнаша. Экспозицияларҙа инвестиция проекттарын, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәт продукцияһын, тоҡомло малдарҙы, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын күрергә мөмкин.
Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса ил төбәктәре араһында алдынғыларҙың береһе булып тора, тармаҡты үҫтереү федераль программаһында әүҙем ҡатнаша. Республикабыҙ майҙаны 150 квадрат метрлыҡ махсус стендта агросәнәғәт комплексының ҡаҙаныштары менән таныштыра.
Төбәктең экспозицияһы түбәндәге дүрт йүнәлеште үҙ эсенә ала — тармаҡ буйынса фәнни-мәғариф комплексы, төбәк брендтары, инвестиция проекттары, шулай уҡ республикала «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу үҙенсәлектәре.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан вәкилдәре күргәҙмәнең эшлекле программаһының барлыҡ төп сараларында ҡатнаша. Улар араһында — «Алтын көҙ-2017» күргәҙмәһен асыу тантанаһы, агробизнес форумы, инвесторҙар клубы, төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялары, шулай уҡ Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш. Ул 6 октябрҙә Дәүләт Кремль һарайында уҙа.
Былтыр Башҡортостан хөкүмәте «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Гран-приға һәм дипломға лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика