01:00 (UTC+5), 04 Октября 2017

Баш ҡалала Көнсығыш сығыу юлы буйлап яҡынса юл йөрөү хаҡы аталды

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте республиканың Көнсығыш сығыу юлының концессионерына финанс түләү моделен раҫланы. Уны 2022 йылдың башына төҙөү күҙаллана. Туғыҙ йыл дауамында конциссеонерға — «Башҡортостан концессия компания»һына йыл һайын 2022 йылда 1,2 миллиард һумдан, 2031 йылда 2,5 миллиардҡа тиклем түләнәсәк, 2034 йылда юл үҙ-үҙен ҡапларға тейеш. Концессияны тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2042 йылға тиклем 25 йыл.
Проекттың хаҡы – 35 миллиард һумдан кәмерәк Уларҙан 20 миллиард – федераль ҡаҙна аҡсаһы, 4,6 миллиард – БРИКС-ты үҫтереү банкында алынған республика аҡсаһы, 10 миллиард һум – Башҡортостан концессия компанияһы аҡсаһы. Ошо хаҡта журналистар менән осрашыуҙа республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Юл буйлап бер тапҡыр үтеү тарифы 150-300 һум күләмендә һалына. Йәмәғәт транспортының һәм ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр автомобилдәренең юл хаҡы бюджеттан түләнәсәк, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Көнсығыш сығыу юлының проектына 1992 йылда төҙөлә башлаған 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы тоннель; 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы күпер; М-5 федераль трассаһына килеп тоташасаҡ 14 саҡрым автомобиль юлын; аҡса алыу пункттарын төҙөү; юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын һәм юлдарҙы хеҙмәтләндереү базаһын булдырыу инә.
Көнсығыш сығыу юлы ҡала аша М-7 һәм М-5 федераль трассаларын тоташтырырға тейеш. Әммә, Дәүләт транспорт комитетында билдәләүҙәренсә, яңы түләүле юл буйлап ауыр йөк транспортын үткәреү күҙалланмай. Көнсығыш сығыу юлы күбеһенсә еңел транспортҡа, яңы юл барлыҡҡа килеү менән бәйле әүҙем төҙөлә башлаясаҡ Өфө аръяғын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика