02:00 (UTC+5), 02 Октября 2017

Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары иҡтисад үҫешен дәртләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе

Пенза өлкәһе губернаторының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 29 сентябрҙә Пензала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерация Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллек ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты. Ул округ төбәктәренең иҡтисадын үҫтереүҙе дәртләндереү, һалым потенциалын арттырыу һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу һорауҙарына арналды.
Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич уҙғарҙы. Унда Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Василий Осьмаков, округ төбәктәренең башлыҡтары, төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышты асып, Михаил Бабич федераль һәм төбәк кимәлендә бюджеттарҙың баланслы булыуын тәьмин итеү һәм иҡтисади үҫеш өсөн шарттар булдырыу буйынса алып барылған эштең мөһимлеген билдәләне.
- Федераль ҡануниәттәге айырым үҙгәрештәр йәки федераль кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙар төбәктәрҙең мотлаҡ сығымдарын байтаҡҡа арттырыуына килтереүе хәлде ҡатмарлаштыра, – тине тулы хоҡуҡлы вәкил. – Шуның менән бергә бындай ҡарарҙар граждандарҙың тормош кимәлен һәм сифатын күтәреү өсөн кәрәк, тимәк, ошо ҡарарҙарҙы үтәү һәм федераль ҡаҙнанан кәрәкле ярҙам төрҙәрен билдәләүгә саралар күләмен асыҡлау маҡсатында финанс ресурстарҙы мобилизациялауҙы, төбәк һәм муниципалитет бюджеттарының торошондағы хәлгә аныҡ баһа биреүҙе талап итә.
Мәҫәлән: мәктәптәрҙә икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрөү тураһындағы ҡарар төбәктәрҙең 2016 йылда мәктәптәрҙе ремонтлауға һәм яңынан йыһазландырыуға сығымдарын 2014-2015 йылдарҙағы ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән саралар күләме менән сағыштырғанда алты тапҡырға тиерлек артыуына килтерҙе.
- Ошо саралар һөҙөмтәһендә былтыр округта 13 774 уҡыусылыҡ 19 мәктәп файҙаланыуға тапшырылды, – тип хәбәр итте Михаил Бабич. – 2017 йылда 13 664 уҡыусылыҡ 17 мәктәп төҙөүгә һәм реконструкциялауға федераль ҡаҙнанан округ төбәктәренә 6 миллиард һум тиерлек бүленде.
Уның һүҙҙәренсә, аҙ тәьмин ителгән һәм социаль яҡланмаған граждандар категорияһының тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн минималь эш хаҡы күләмен арттырыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.
- Алдыбыҙға ҡуйылған бурыстар ябай түгел, уны үтәү һәм, әлбиттә, хәл итеү өсөн финанс ресурстарҙы етди мобилизациялау талап ителә. Һуңғы ике йылда минималь эш хаҡы күләме өс тапҡырға артты. Шул уҡ ваҡытта ошондай ҡарарҙарҙы ҡабул итеү менән бәйле төбәктәргә аныҡ ярҙам күрһәтелә, – тине тулы хоҡуҡлы вәкил. – Ағымдағы йылда дәүләт Башлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә минималь эш хаҡы күләмен 2019 йылға йәшәү минимумы кимәленә еткереү: 2018 йылдың 1 ғинуарынан – йәшәү минимумынан 85 процентҡаса күтәреү, ә 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр – минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын тигеҙләү бурысын ҡуйҙы.
Ултырышта бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу йүнәлештәре һәм илдең бюджет системаһында бюджеттың тигеҙлеген тәьмин итеү тураһындағы доклад менән Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына 2018-2020 йылдарға бюджет проекты ҡарауға индерелә, тип хәтергә төшөрҙө ул.
- Ниндәй сәйәсәт һалынған? Тәү сиратта, халыҡтың реаль табыштарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, иҡтисади үҫеш тигеҙлеген арттырыу. Быйыл һәм киләһе йылда йыл һайын ике проценттан күберәк үҫеште көтәбеҙ, – тине министр. – Ошо динамиканы тотоу өсөн иҡтисади, финанс һәм бюджет сәйәсәте өлкәһендәге сараларҙы көйгә һалырға, шәхси инвестицияларҙың үҫешен дәртләндерергә тейешбеҙ.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса ултырышта ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш һәм Финанс министрлыҡтарына, шулай уҡ Волга буйы федераль округының башҡарма власть органдарына кәңәштәр әҙерләне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика