04:00 (UTC+5), 02 Октября 2017

Рәсәйҙең Төркиәләге генераль консулы Башҡортостандың проекттарына ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе

Башҡортостан Конгрес-бюроһының матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙең Истанбулдағы генераль консулы Андрей Подъелышев 30 сентябрҙә APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәй Федерацияһы стендын ҡараны.
Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, генераль консул Рәсәй умартасылығына һәм 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» бөтә донъя конгресын һәм APIEXPO күргәҙмәһен уҙғарыуға Рәсәйҙең ғариза кампанияһына арналған экспозицияның эше менән танышты. Ул илдең төрлө төбәктәренән умартасылар тәҡдим иткән бал продукцияһының төрлөлөгөн, шулай уҡ ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән сағыу мәҙәни программаны билдәләне.
Андрей Подъелышев Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов менән осрашты. Яҡтар Башҡортостандың Төркиә менән хеҙмәттәшлеген тикшерҙе.
Республикала Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 64 предприятие эшләй, шул иҫәптән «Төркиә Авиалиниялары» компанияһының вәкиллеге, тип билдәләне Илшат Тажетдинов. Генераль консул хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү кәрәклеген билдәләне һәм Башҡортостан проекттарына ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Төркиә республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә 10-сы урынды билдәй. Волга буйы таможня идаралығының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың тәүге ярты йыллығындаТөркиә Республикаһы менән тауар әйләнеше 75,9 миллион доллар тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт – 72,3 миллион доллар, импорт – 3,6 миллион доллар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 сентябрҙә Истанбулда «Бал ҡорттары ҡитғалар осрашҡан ерҙә булһын» девизы аҫтында APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресы асылды. Сараны асыу тантанаһында бөтә донъянан 4000 умартасы, шулай уҡ умартасылыҡ ассоциациялары етәкселәре ҡатнашты. Төркиәнең ауыл хужалығы, малсылыҡ һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры Әхмәт Эшреф Факубаба Рәсәйҙең төрлө бал төрҙәрен тәмләп ҡараны, бал менән спа процедураһы зонаһында булды, фито-сәй менән башҡорт сәк-сәгенән ауыҙ итте. Солоҡсолоҡ технологияһы министрҙың иғтибарын йәлеп итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика