Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Октябрь 2017, 07:59

Истанбулда халыҡ-ара күргәҙмәлә Төркиәнең ауыл хужалығы министры башҡорт сәк-сәгенән ауыҙ итте

Башҡортостан Конгрес-бюроһының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Конгрес-бюроһының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 29 сентябрҙә Истанбулда «БАл ҡорттары ҡитғалар осрашҡан ерҙә булһын» девизы аҫтында APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресы асылды.
Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сараны асыу тантанаһында бөтә донъянан 4000 умартасы, шулай уҡ умартасылыҡ ассоциациялары етәкселәре ҡатнашты. Төркиәнең ауыл хужалығы, малсылыҡ һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры Әхмәт Эшреф Факубаба һәм Истанбул губернаторы Васип Шахин хөрмәтле ҡунаҡтар булды.
«Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филипп Маккейб оҙатыуында абруйлы ҡунаҡтар күргәҙмәне ҡараны. Рәсәй Федерацияһы стендына айырыуса иғтибар бүленде. Төркиәнең ауыл хужалығы министры Рәсәйҙең төрлө бал төрҙәрен тәмләп ҡараны, бал менән спа процедураһы зонаһында булды, фито-сәй менән башҡорт сәк-сәгенән ауыҙ итте. Солоҡсолоҡ технологияһы министрҙың иғтибарын йәлеп итте.
«Тәүге көндө Башҡортостан стендын 2000-дән ашыу кеше ҡараны. Бөтә ҡунаҡтар ҙа бүләктәр алды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығыштары аншлаг менән уҙа. Спа зонаһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. 100-ҙән ашыу кеше косметик процедуралар үтте. Стендта умартасылыҡ нигеҙендә етештерелгән балдан һәм унан эшләнгән аҙыҡ-түлектән ауыҙ итергә мөмкин. Умартасылар донъяның төрлө илдәренән йыйылған коллегелары менән тәжрибә уртаҡлаша. Эш хәрәкәтсән бара. Күргәҙмәлә ҡунаҡтарҙы башҡорт балы ҡыҙыҡһындыра», – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Апимондия» конгресы һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһе 16 мең квадрат метр майҙандағы Истанбул конгресс-үҙәгендә уҙа. Күргәҙмә умартасылар, ғалимдар, ҡорамал һәм инвентарь етештереүселәр өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Унда донъяның 100 иленән 200 экспонент ҡатнаша. Улар араһында – байтаҡ илдәрҙән алдынғы умартасылыҡ компаниялары, профессиональ ассоциациялар вәкилдәре.
Конгресс Рәсәй умартасылығы берләшмәһе өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Истанбулда 2021 йылда 47-се «Апимондия» конгресын уҙғарыу урыны хаҡында мәсьәлә хәл ителәсәк. Рәсәй Федерацияһы Дания, Сербия һәм Словения менән бер рәттән күргәҙмәне һәм конгресты ҡабул итеү хоҡуғы өсөн көрәшә. Ошо форумды Рәсәйҙә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә, уҙғарыу илебеҙ умартасылығы потенциалын үҫтереүгә өҫтәмә импульс бирәсәк.
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: