02:00 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм төбәк-ара кооперацияны үҫтерергә тәҡдим итте

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм төбәк-ара кооперацияны үҫтерергә тәҡдим итте. Ошо хаҡта ул Өфөлә барған ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең өсөнсө бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумының пленар ултырышында белдерҙе.
- Халҡыбыҙҙың 40 процент самаһы ауыл ерендә йәшәгән республикабыҙҙа ауыл хужалығы етештереүҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡ мөһим урынды биләй. Баҙарға сығыуҙың, үҙаллы эшләй башлауҙың ауыр булғанын аңлайбыҙ. Ә бергәләп кооперацияға йыйылғанда улар, әлбиттә, ғөмүмән башҡа эштәр башҡара, үҫеш өсөн үҙ мөмкинлектәрен киңәйтә, һатыу күләмдәрен, продукцияның сифатын арттыра, ныҡлы бизнес-структураларға үҫә ала, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был йәһәттән беҙгә халыҡ-ара кооперация ла кәрәк. Халыҡ-ара йәки төбәк-ара кооперативтарҙы булдырыу тураһында уйланырға кәрәк, улар, шул иҫәптән агросәнәғәт производстволарын да ярайһы уҡ үҫтерә алыр ине.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йөҙ йыл элек Рәсәйҙә кооператив хәрәкәте Себерҙә барлыҡҡа килде, унда кооперативсылар һөт продукцияһын етештергән, артабан уны уңышлы һатҡан. Тарихи тәжрибәгә таянып, Рөстәм Хәмитов Омск өлкәһе губернаторына төбәк-ара агросәнәғәт кооперативын ойошторорға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика