Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Сентябрь 2017, 07:45
Башҡортостандың бөтә 182 тәбиғәт мираҫы ҡомартҡыһы ла дәүләт реестрына индерелмәгән – Башҡортостан Прокуратураһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 182 тәбиғәт мираҫы ҡомартҡыһының береһенең дә, улар иҫәбендә Янғантау, Ирәмәл тауҙары, Шәмсетдин күле кеүек объекттарҙың һәм башҡаларҙың сиктәре Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелмәгән. Башҡортостандың район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы ҡануниәтте үтәүҙе тикшергән.
Сиктәрҙең дәүләт иҫәбендә булмауы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре ерҙәрен хоҡуҡһыҙ ҡулланыуға, уларҙы һаҡлау режимын боҙоуға килтереүе ихтимал, тип хәбәр итә Башҡортостан Прокуратураһы.
Шуның менән бәйле тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы республиканың Экология министрлығынан 12 ай дауамында республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары сиктәрен кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт иткән.
Суд прокуратураның фекере менән килешкән һәм дәғүәне тулы күләмдә ҡәнәғәтләндергән. Суд ҡарарының үтәлеше күҙәтеү ведомствоһы контролендә.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
башҡортостан прокуратураһы
Читайте нас: