09:42 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Аньхой делегацияһы Хуаншандың туғандаш ҡалаһы Стәрлетамаҡта булды

Википедия
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ҡытайҙың Аньхой провинцияһының эшлекле даирәләр делегацияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһына барҙы. Был «Волга — Янцзы» форматында яуап сәфәре булды. Стәрлетамаҡ башлығы Владимир Куликов июнь айында Аньхойға сәфәре барышында «Стәрлетамаҡ һәм Хуаншань ҡалалары араһында туғандаш мөнәсәбәттәр урынлаштырыу тураһындағы хат»ҡа ҡул ҡуйҙы. Хуаншань — Аньхойҙағы ҙур ҡала округтарының береһе, унда 1,47 миллион кеше йәшәй.
Башҡортостандағы туғандаш ҡалала Ҡытай эшҡыуарҙары һәм власть вәкилдәре Стәрлетамаҡтың социаль һәм сәнәғәт объекттары менән танышты. Делегация етәксеһе — Аньхой провинцияһы хөкүмәтенең сит ил эштәре канцелярияһы бүлеге начальнигы урынбаҫары Чэн Хуайцзюнь Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан төбәкте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Рәсәй Федерацияһы менән хеҙмәттәшлек схемаһы булдырылған да инде, һәм Хуаншань, Стәрлетамаҡтың туғандаш ҡалаһы булараҡ, артабан иҡтисади һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенә өмөт итә», — тип билдәләне Чэн әфәнде.
Делегация ағзалары Башҡорт дәүләт университетының филиалында булды һәм технопарк менән танышты. Әлеге ваҡытта технопаркта 150-гә яҡын бала электр техникаһын, робот техникаһын һәм башҡа программаларҙы өйрәнә. Юғары уҡыу йорто директоры Алексей Ковальский университеттағы яңылыҡтар хаҡында һөйләне, ҡунаҡтар иһә студенттар менән аралашты.
Делегация ағзалары ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт менән бергә «Инмаш» концерны биләмәһендә урынлашҡан «РускоЛифт» компанияһының етештереү процесы менән танышты. Сәфәр ҡаланың тарихи өлөшөндә йәйәүлеләр зонаһы буйлап экскурсия менән тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика