12:16 (UTC+5), 28 Сентябрь 2017

Суд «Система»ның арест һалынған акцияларҙан дивиденд алыуын тыйыуҙы законлы тип таныны

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мәскәүҙең Арбитраж суды «Система» акционер финанс корпорацияһы һәм уның «Система-инвест» бүлендек акционер йәмғиәтенең суд приставы-башҡарыусының ҡарарын танымау тураһында дәғүәһен кире ҡаҡты. Суд «Система»ның «Роснефть» дәғүәһе буйынса арест һалынған акцияларҙан дивиденд алыуын тыйыуҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы тип хәбәр итә «Интерфакс». «Система» акционер финанс корпорацияһы был ҡарарға ялыу бирәсәк, тип хәбәр итте холдинг вәкиле Сергей Копытов.
«Система» приставтарҙың ҡарары компанияның да, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен дә тулыһынса боҙа тип иҫбатлай. Ошо эш буйынса өсөнсө яҡ сифатында сығыш яһаған «Роснефть» һәм «Башнефть» вәкилдәре, үҙ сиратында, приставтарҙың акционер финанс корпорацияһының арест һалынған акциялары буйынса дивидендтар алыуға тыйыуҙы ғәмәлдән алыу өсөн нигеҙ юҡ һәм эште ябырға кәрәк, тип белдерҙе.
Дәғүә буйынса тәьмин итеү саралары барышында Башҡортостандың Арбитраж суды 23 июндә «Система» һәм «Система-Инвест»тың «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә — 31,76 процент, «Медси»ҙа — 100 процент һәм «БЭСК» компанияһындағы 90,47 процент акцияларына арест һалды. Арест һалынған активтарҙың дөйөм баланс хаҡы 185 миллиард һум тәшкил итә, йәғни яҡынса 15 миллиард запас менән. «Система» үҙе активтарҙың хаҡын 250 миллиард һумға баһалай.
Ошо тыйыу арҡаһында «Система» МТС-тың активынан дивидендтар рәүешендә 9,9 миллиард һумды алып еткермәне.
20 сентябрҙә «Система» акционер финанс корпорацияһы судтың ҡарарына апелляция ялыуы бирҙе.
«Роснефть» апелляцияны үҙ-ара килешеүҙән баш тартыу тип ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика