14:35 (UTC+5), 28 Сентября 2017

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең өсөнсө бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы асылды. Унда республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров, Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтийәр Хәкимов, ШОС һәм БРИКС илдәре, профилле министрлыҡтар вәкилдәре, рәсми делегациялар, яҡын һәм алыҫ сит ил компаниялары вәкилдәре, эксперт һәм эшҡыуарлыҡ структуралары, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнаша.
28 һәм 29 сентябрҙә баш ҡалала ШОС һәм БРИКС киңлегендә ҡаршылыҡһыҙ хеҙмәттәшлек шарттарына, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа финанс, хоҡуҡи һәм инфраструктура яғынан ярҙам итеүгә, экспорт йүнәлешендәге сараларҙың позицияларын көсәйтеүгә арналған бер нисә тематик майҙансыҡ эшләй.
Шуның менән бергә Рәсәйҙә һәм сит илдәге бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының уңышлы проекттары менән таныштырыу ҡаралған.
Бынан тыш, форумда эшлекле бәйләнештәр биржаһы һәм күргәҙмә, бизнесты үҫтереү институттарының консультация майҙансыҡтары, делегациялар һәм айырым ҡатнашыусылар өсөн таныштырыу майҙансыҡтары эшләй. Ошо башланғыс һөҙөмтәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдергән партнерҙар таба, һөйләшеүҙәр үткәрә һәм перспективалы килешеүҙәр төҙөй ала.
Форум йомғаҡлау пленар ултырышы менән тамамлана, унда тематик майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларҙың отчетын тыңлау һәм форумдың резолюцияһына тәҡдимдәр индереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика