Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Сентябрь 2017, 06:40

«Өфө» аэропортынан осоу даирәһен киңәйтергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан авиаташыуҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәшлештәре буйынса эш кәңәшмәһен уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм Рәсәйҙең ҙур авиакомпаниялары етәкселәре ҡатнашты.
- Аэропорттар темаһында беҙҙең өсөн иң мөһиме – ул кешеләрҙең именлеге, бөтә ҡатмарлы аэродром комплексы хеҙмәттәре эшенең ышаныслылығы, уның техник торошона иң юғары талаптар кимәлен тәьмин итеү, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға һауа ҡапҡаларыбыҙҙы яңыртыуға айырым иғтибар бүленә. Ул ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына әҙерлек барышында уҡ башланғайны, хәҙер дауам ителә һәм киләсәктә лә дауам ителәсәк. Быйыл уҡ эске һауа линиялары терминалын яңыртыуға тотонорбыҙ, моғайын. Объект бәләкәй түгел, әммә кәрәкле һәм мөһим. Был заманса комплекс буласаҡ, ул оҙаҡ ваҡытлы перспективалар булдырасаҡ.
Өфө аэропорты ике йыл рәттән илдең төбәк аэропорттары араһында беренсе урындарҙы алып, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булып һанала, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шуның менән бергә уның мөмкинлектәрен киңәйтергә кәрәк.
- «Өфө» аэпортынан осоу даирәһен киңәйтергә кәрәк. Партнёр-авиакомпанияларҙың һанын арттырыу зарур. Халыҡ-ара һәм төбәк йүнәлештәрҙе үҫтереү шарт, айырыуса республиканың хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫешкән илдәргә һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарына, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Башҡа бурыстар иҫәбендә Рөстәм Хәмитов «Өфө» аэпортында урынлашҡан самолёттарҙың иҫәбен арттырыуҙы, һауа судноларын берҙәм техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау үҙәген булдырыуҙы атаны.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан төбәк авиаташыуҙарҙы субсидиялау мәсьәләһен тикшерҙе. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы авиаташыуға 60 миллион һум субсидия бүлгән.
Кәңәшмәлә, шул иҫәптән нефть тармағы предприятиелары, санитар авиацияһы, авиация аша урмандарҙы һаҡлау һәм эске, төбәк-ара туризмды үҫтереү өсөн республика эсендә авиаташыуҙарҙың потенциаль үҫеше тикшерелде.
- Беҙгә аныҡ эштәр кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергәләп Өфө аэропортында пассажирҙар ағымын 3 миллион кешегә еткерәйек, шулай 4 миллион пассажирға ла етербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика алдағы 15-20 йылға иҫәп менән яңы эске һауа линиялары терминалын төҙөй. Авиация тармағы үҫешһен, авиаташыуҙар һаны артһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: