Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2017, 07:50
Башҡортостан Хөкүмәтендә Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙеләр
БР Иҡтисади үҫеш министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәтендә Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Делегация республикала 28 сентябргә ҡәҙәр буласаҡ. Вице-премьер һәм ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев менән осрашыуҙа Аньхойҙан бизнес вәкилдәре ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын ҡулланыу, бәшмәк үҫтереү, йылға һәм күл балығын үрсетеү буйынса тәжрибә уртаҡлашырға әҙер булыуын белдерҙе. Һөйләшеүҙәр барышында инвесторҙар, шул иҫәптән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары өсөн Башҡортостандағы дәүләт ярҙам саралары хаҡында мәғлүмәт бирелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
ҡытай
аньхой
халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас: