08:06 (UTC+5), 27 Сентября 2017

1 ғинуарҙан бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй президентының май указдарында әйтеп үтелмәгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 2018 йылдың 1 ғинуарынан — 4 процентҡа, ә 2019 һәм 2020 йылдарҙа 1 октябрҙән 4 процентҡа индексациялана. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.
Хеҙмәт министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса, һүҙ 5,8 миллион кеше хаҡында бара. Киләһе йылда уҡ төбәктәрҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялауға 80 миллиард һум самаһы йүнәлтеү ҡаралған. Был 2017 йылғы кимәлдән ике тапҡырға юғарыраҡ.
«Беҙ кәрәк булған осраҡта 2019 һәм 2020 йылдарҙа ошо темаға тағы кире ҡайта алыуыбыҙҙан сығып эш итәбеҙ. МРОТ буйынса линейканың нисек эшләйәсәген ҡарарбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.
Уның һүҙҙәренсә, эшһеҙлек кимәленең артыуы һәм төбәктәрҙең аҡса етмәүе күҙлегенән бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин май указдарында телгә алынмаған бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялауҙы мөмкин тип иҫәпләүен белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика