03:20 (UTC+5), 26 Сентябрь 2017

Республикала YTO Ҡытай тракторҙарын йыя башланылар

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Шишмә филиалында YTO фирмаһы тракторҙарын йыя башланылар. Быйыл йәйгеһен Ҡытайҙан республикаға алты тәгәрмәсле трактор комплекты килде. Дүрт моделе йыйылған да инде һәм төрлө шарттарҙа тикшерелгән. Белгестәр был техника тартыу-эләктереү һәм яғыулыҡты экономиялау сифаттары буйынса Рәсәйҙә етештерелгән ошондай кластағы тракторҙарҙан ҡалышмай тигән һығымтаға килде.
Уртаҡ Башҡортостан-Ҡытай етештереү эше Башҡортостанда 80-220 ат көсө ҡеүәте менән YTO тракторҙарын етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан Ҡытайҙың «Чжифан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Күҙалланған инвестициялар күләме 2 миллиард доллар тәшкил итәсәк. Проект ҡеүәте буйынса йылына - өс-биш мең трактор йыйыу, 10 меңдән ашыу етештереү көтөлә.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика агросәнәғәт комплексы предприятиеларының урындағы йыйылған тракторҙарҙы ярты хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ – ярты хаҡын субсидиялар ҡаплаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика