06:28 (UTC+5), 26 Сентябрь 2017

Күмертауҙа Инвестиция пикнигына әҙерләнәләр

Күмертау хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 28 сентябрҙә Күмертауҙа Инвестиция пикнигы-2 уҙғарыла. Был көндә май экстракцияһы заводын асыу, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарының заводтарына һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһына, «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» программаһы объекттарына барыу ҡаралған.
Бер йыл элек тәүге инвестиция пикнигын үткәргән ваҡытта нигеҙ һалынған «Взлетный» паркын асыу төп ваҡиға булмаҡсы. «Киләсәкте үҙебеҙ үҫтерәбеҙ» акцияһы барышында Рәсәйҙәге монойүнәлешле ҡалаларҙың һаны буйынса 319 исемле алмағастан Моноҡалалар аллеяһы ултыртыласаҡ. Паркта барған сара Күмертау хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә күрһәтеләсәк.
Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Инвестиция пикнигында ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан инвесторҙар, федераль үҫеш институттары вәкилдәре, Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары, «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» өҫтөнлөклө программаһының рәйесе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика