Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.59
+0.29
93.34
-0.35
66.15
+0.3
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2017, 10:22
Өфө хакимиәтендә йылытыу миҙгеленең башланыуы хаҡында иғлан иттеләр
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө хакимиәте тарафынан йылытыу миҙгеленең башланыуы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды. Баш ҡалалағы күп кенә йорттарға ошо аҙнала уҡ йылылыҡ бирелә башлай.
Бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, өфөләрҙең һорауы буйынса йылылыҡты нормативҡа ярашлы ваҡыттан алдараҡ биреү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
Был шунда уҡ йылы буласаҡ тигәнде аңлатмай әле. Батареялар йылынырға тейеш, үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы инерциялы, тип асыҡлыҡ индерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.
Ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларҙың вәкилдәре, үҙ сиратында, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙең 95 процентында йылылыҡ бирелгән, тип белдерҙе.
Теги:
йылытыу миҙгеле
Читайте нас: