02:01 (UTC+5), 26 Сентябрь 2017

Башҡортостанда 3,5 миллион тонна иген йыйылған

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда бөгөнгә 3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған, тип хәбәр ителәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,6 миллион гектар майҙанда сабылған, 1,6 миллион гектарҙа (92 процент) – һуғылған.
Уҙған ял көндәрендә бесән эшен Стәрлебаш, Бәләбәй, Баҡалы, Шаран, Краснокама, Иглин, Благовещен районы аграрийҙары тамамлаған. Хәйбулла районы – әлегә урып йыйыу эше тамамланған берҙән-бер төбәк. Уртаса уңыш гектарынан 14,3 центнер тәшкил иткәндә хәйбуллалар 104,8 мең тонна иген йыйған. 13 район ауыл хужалығы предприятиелары 100 мең тоннанан ашыу иген йыйған. Иң юғары күрһәткестәр стәрлетамаҡтарҙа – 182,8 мең тонна. Ағымдағы аҙна аҙағына урып йыйыу кампанияһы тулыһынса тамамланырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика