04:20 (UTC+5), 25 Сентябрь 2017

Төбәктә кукурузды силосҡа йыйыу эштәре бара

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда кукурузды силосҡа йыйыу бара. Балтас, Мишкә, Баймаҡ, Белорет һәм Салауат районы хужалыҡтары был эште тамамлаған да инде. БР Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика буйынса бөгөнгә 2,06 миллион тонна (125 процент) сенаж, 569 мең тонна силос (38 процент) әҙерләнгән. Бесән һәм фураж игенен иҫәпкә алыу менән шартлы мал башына 25,7-шәр центнер мал аҙығы берәмеге (22-23 центнер мал аҙығы берәмеге етерлек тип иҫәпләнә) тупланған. Балтас, Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауыл районы ауыл хужалығы предприятиелары һәр баш эре мөгөҙлө малға 31-34-шәр центнер мал аҙығы берәмеге эшләгән.
Белгестәрҙең фекеренсә, ҡышҡыһын һыйырҙы туҡландырыуға уртаса 6 тонна самаһы бесән, 4 тонна силос, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ талап ителә. 2016 йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан иң күп эре мөгөҙлө мал иҫәпләнгән төбәк булып һанала – 1,12 миллиондан ашыу. Рәсәйҙә дөйөм эре мөгөҙлө мал һаны буйынса республиканың өлөшө 5,8 процент тәшкил иткән. Икенсе урында – Татарстан (1,03 миллион баш, дөйөм Рәсәйҙә мал иҫәбе өлөшө 5,3 процент). Өсөнсөлә – Дағстан (1 миллион баш һәм өлөшө 5,2 процент).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика