09:43 (UTC+5), 25 Сентября 2017

Республикала ураҡ-2017 аҙағына яҡынлаша

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда иген йыйыу 30 сентябргә тамамлана, тип хәбәр итте республика хөкүмәте президиумы ултырышында ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Тулайым йыйым 3,3 миллион тоннанан да кәмерәк булмаҫҡа тейеш.
Иген етештереүҙең артыуының төп резервы — ужым культураларын сәсеү майҙандарын киңәйтеү, тип иҫәпләйҙәр ведомствола. Улар яҙғы культуралар менән сағыштырғанда юғарыраҡ уңыш бирә. Ужым бойҙайының уртаса уңышы — гектарынан 26 центнерҙан ашыу, ужым арышыныҡы — 21 центнер самаһы. Технологияларҙы теүәл үтәгән бер нисә хужалыҡ гектарынан 50 центнерҙан күберәк алды, тип хәбәр итте министр.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә ямғырлы көндәр уңышты йыйып алырға ҡамасаулай, тип хәбәр итәләр федераль Ауыл хужалығы министрлығында. Себерҙә, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында һауа шарттары бик ҡатмарлы. Йылы етмәү сәбәпле кукуруздың уңышы бик насар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика