Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2017, 07:40

Өфөлә БРИКС илдәре граждандарҙы бюджет менән идара итеүгә ылыҡтырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә БРИКС илдәренең халыҡ-ара форумы үтә. Осрашыу темаһы – «Граждандарҙы йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә йәлеп итеү». Форумда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы тәжрибәләре өйрәнелде. Форум эшендә Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре ҡатнаша, Аргентинан, Португалиянан, Испаниянан алдынғы халыҡ-ара эксперттар һәм проект ойоштороусылары саҡырылған.
Рәсәй финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров һөйләүенсә, Рәсәйҙә инициативалы бюджетлау алымы 2006 йылда ҡулланыла башлай. Хәҙер уны 47 төбәк файҙалана, ә Башҡортостанда бөтә муниципалитеттар ҙа теге йәки был кимәлдә граждандарҙы бюджет планлаштырыу һорауҙарына йәлеп итә. «Был эш тәү сиратта урындағы кимәлдә алып барыла. Проекттар өҫтән төшөргә, көсләп эшләнергә тейеш түгел. Инициатива граждандарҙан сығырға тейеш, улар ғәмәлгә ашырыуҙы контролдә тота һәм һөҙөмтәләр менән ҡуллана. Был бик ҡатмарлы процесс», — тип билдәләне министр урынбаҫары. — Төбәк етәкселегенең бурысы – уңайлы шарттар булдырыу һәм матди ярҙам күрһәтеү, ә федераль үҙәк көйләү һәм процеста мәшғүл кешеләрҙе уҡытыу менән шөғөлләнергә тейеш». Инициативалы бюджетлауҙы индереүҙә шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмалар – Граждандар инициативаһы комитеты, Стратегик асыштар үҙәге мәшғүл. Бөтә донъя банкы ярҙамында төбәктәрҙә уҡыу ойошторола, проект үҙәктәре асыла.
Башҡортостандың алдынғы позицияларын Рәсәйҙә, Европала һәм Үҙәк Азияла Бөтә донъя банкы директоры һәм вәкиле Андраш Хорваи билдәләне: «Күп кенә субъекттар ошондай тәжрибәләрҙе ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы тураһында фекер йөрөтә генә, ә Башҡортостанда баштан алып нисек кәрәк, шулай эшләй башланылар. Эш үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Быйыл ғаризалар финанслау күләменән күберәк булды. Әлбиттә, уларҙың иң ҙур өлөшө эшкә ҡабул ителде һәм 500-ләгән мең кеше йыйылыштарҙа ҡатнашты. Ул кешеләрҙең ошо тәжрибәнең һөҙөмтә килтереүен аңлауы хаҡында һөйләй».
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итеүенсә, республика инициативалы бюджетлау процесына 2014 йылда ҡушылды. 2017 йылда конкурсҡа 850-нән ашыу проект килгән, уларҙың 450 самаһы еңеүсе тип танылған. «Тапшырылған бөтә ғаризалар ҙа тормошҡа ашырылыр тип ышанам», — тине премьер.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: