06:53 (UTC+5), 22 Сентябрь 2017

Башҡорт балы Мәскәүҙә фермер ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мәскәүҙәге дәүләт универсаль магазинында ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе — фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе асылды. Ул — «Алтын көҙ» фестивале майҙансыҡтарының береһе. Рәсәйҙәге иң яҡшы фермер продукцияһы иҫәбендә Башҡортостан умарталыҡтарында йыйылған татлы ризыҡ та бар. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар ентекле һайлап алынған, бында иң яҡшылар ғына үҙҙәренең аҙыҡ-түлеген тәҡдим итә.
Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович йәрминкәгә килгән фермерҙарҙың ҙур уңыш күрһәтеүҙәрен билдәләне. «Беҙ сифатлы аҙыҡ-түлек етештерергә өйрәндек. Әлбиттә, улар әлегә һәр фермерҙа күп түгел, ләкин үҙ-үҙеңде тәьмин итеү өсөн етәрлек».
Ауыл хужалығы министры Александр Ткачев һүҙҙәренсә, күргәҙмәлә илебеҙҙең бөтә төбәктәренән тиерлек фермерҙар ҡатнаша.
Йәрминкәгә Воронеж һәм Тула өлкәләренән ит деликатестары, Байкалдан, Алыҫ Көнсығыштан һәм Яҡутстандан балыҡ, Башҡортостандан һәм Алтайҙан бал, Кострома, Тверь һәм Мәскәү өлкәләренән сыр, Владимир өлкәһенән һәм Себер төбәктәренән сәй, шифалы эсемлектәр килтерелгән. Фермерҙар йәшелсә һәм еләк-емеш тәҡдим итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика