05:15 (UTC+5), 21 Сентября 2017

«Башкортостан» киностудияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыуға конкурс иғлан ителгән

«Башҡортостан» киностудияһы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы «Башкортостан» киностудияһы» дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыуға конкурс иғлан итте. Ғаризалар 23 октябргә ҡәҙәр ҡабул ителә, 30 октябргә йомғаҡ яһау билдәләнгән. Тест һынауҙарын уңышлы үткән һәм иң яҡшы предприятие эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереү программаһын тәҡдим итеүсе конкурста ҡатнашыусы еңеүсе тип иғлан ителә.
Документта билдәләүенсә, киностудия тәүге ярты йыллыҡта 5,21 миллион һумлыҡ табыш алған. Сығымдар 6,5 миллион тәшкил иткән. Предприятие 60,3 миллион һум күләмендәге сараларға эйә һәм унда 57 хеҙмәткәр иҫәпләнә.
Һуңғы биш йылда киностудия менән Азамат Хужәхмәтов етәкселек итте. Кинематографист аңлатыуынса, уның килешеү ваҡыты аҙағына яҡынлаша, ул да юридик берәмектең үҙгәртеп ҡоролоуы – дәүләт унитар предприятиеһы дәүләт автономлы учреждениеһына үҙгәртелеүе сәбәпле уҙғарылған конкурста ҡатнашырға йыйына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика