02:01 (UTC+5), 21 Сентября 2017

Башҡортостанда моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө программа раҫланды

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән «Республика моноҡалаларын комплекслы үҫтереү» өҫтөнлөклө төбәк программаһын раҫланы. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында аңлатыуҙарынса, программа 2018 йылдың аҙағына ҡалаларҙы барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар эшмәкәрлеге менән бәйле булмаған туғыҙ меңдән ашыу эш урынын булдырыуҙы тәьмин итергә һәм 30 миллиард һумлап инвестиция йәлеп итергә тейеш.
Ошо программаның дөйөм финанслау күләме 8,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән федераль саралар – 800 миллион самаһы, төбәктеке – 1,8 миллиард, урындағы бюджет 120 миллиондан ашыу бүлергә тейеш. 5,8 миллиард һум бюджеттан тыш саралар булыуы ҡарала.
Программаға федераль кимәлдәге йөкләмәләр һәм урындағы башланғыстар инә. «Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәр моноҡала өсөн инвестиция сәйәсәтендә төп күрһәткестәрҙе билдәләне. Башҡортостан Хөкүмәте тейешле шарттарҙы республика дәүләт программаларына индереү юлы менән финанс ярҙам сараларын билдәләне. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса саралар сиктәрендә төҙөлөп ятҡан юбилей объекттары исемлегенә һәр моноҡаланың проекттары индерелде. Башҡортостан Башлығының йөкләмәләрен үтәү йәһәтенән үҙәк урамдарҙы ремонтлауға өҫтәмә финанслау бүленәсәк», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.
Бынан тыш, бөтә моноҡалаларҙа ла «Биш төҙөкләндереү аҙымы» саралары башҡарыла. 2018 йылдың март айына ҡәҙәр парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндереү, биналарҙы яңыртыу, фонтандар төҙөү буйынса 24 проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика