Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.22
+2.64
95
+1.79
72.81
+0.3
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Сентябрь 2017, 09:15

Төбәктә ужым культуралары майҙандарҙың яртыһынан күберәгендә сәселгән

БР Ауыл хужалығы министрлығы
БР Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 23 августа башланған ужым культураларын сәсеү эштәре ял көндәрендә пландың яртыһынан уҙған: бөгөн уның 59 проценты үтәлгән. Дәүләкән, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Краснокама районы игенселәренә эштәрҙе майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөнән әҙерәктә башҡарырға ҡалған.
Ужым арышын – Дәүләкән, ужым бойҙайын – Әлшәй, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ишембай, Ҡыйғы, Кушнаренка, Салауат, ужым тритикалын Күгәрсен, Көйөргәҙе, Нуриман һәм Учалы райондары сәскән.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: