07:23 (UTC+5), 20 Сентября 2017

Төбәктә эш тәжрибәһе булмаған йәштәр менән аҙыраҡ ҡыҙыҡһына башлағандар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. HeadHunter рекрутинг компанияһы эксперттары һорау алыу үткәргәндән һуң эш биреүселәрҙең тәжрибәһе булмаған йәштәр менән аҙыраҡ ҡыҙыҡһына башлауҙарын асыҡлаған. 2015 йылда Рәсәй компанияларының 11 проценты тәжрибәһеҙ белгестәрҙе ҡабул итмәгән. Бөгөн уларҙың һаны 26 процент. Бының төп сәбәптәренең береһе — тейешле тәжрибәһе булмаған кандидаттарҙың амбициялары һәм ҙур хеҙмәт хаҡына өмөт итеүе.
Башҡортостанда эш биреүселәрҙең 38 проценты тәжрибәһеҙ кандидаттарҙы эшкә алырға әҙер. HeadHunter мәғлүмәттәре буйынса, бындай хеҙмәткәрҙәр өсөн уртаса эш хаҡы 27,5 мең һум тәшкил итә. «Дәүләт хеҙмәте», «Инсталляция» һәм «Топ-менеджмент» кеүек һөнәри өлкәләрҙә тәжрибәһеҙ белгестәрҙе бик алып бармайҙар. Башҡортостанда йәш белгестәрҙе айырыуса «Һатыуҙар», «Банктар» һәм «Административ персонал» өлкәләренә йәлеп итәләр.
Дөйөм алғанда, Рәсәй компанияларының 74 проценты тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙе эшкә алырға әҙер. Бындай кандидаттарға һатыу, эшсе персонал, туризм, ресторан һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендә эшкә урынлашыу еңелерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика