ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы йыл башынан 2016 йылдың ғинуар-авгусы менән сағыштырғанда 2,7 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә. Ил буйынса сәнәғәт етештереүе индексы йыл башынан алып уҙған йылдың ғинуар-авгусына ҡарата 101,9 процент тәшкил иткән.
Ҡағыҙ һәм ҡағыҙ изделиелар (2016 йылдың ғинуар-авгусына 2,3 тапҡыр), мебель (191,9 процент), башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар (135,4 процент), туҡыма әйберҙәр, компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар (118,0-118,8 процент), әҙер металл изделиелар (117,7 процент), эсемлектәр (116, 2 процент), күн һәм күн әйберҙәр (112,1 процент), кейем-һалым (109,0 процент) етештереүҙә, башҡа файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙа (106,8 процент) күләмдең артыуы билдәләнә.
Аҙыҡ-түлек етештереүҙә, ағас эшкәртеүҙә (2016 йылдың ғинуар-авгусына 104,2-105,4 процент), башҡа металл булмаған минераль продукттар, химик матдәләр һәм химик продукттар, машина һәм ҡорамалдар (102-102,7 процент), башҡа әҙер изделиелар (100,9 процент) етештереүҙә ыңғай динамика күҙәтелгән.
Уҙған йылдың һигеҙ айы менән сағыштырғанда дарыуҙар етештереү – 1,9 тапҡырға (2016 йылдың ғинуар-авгусына ҡарата), металл рудалар сығарыу – 10,2 процентҡа, металлургия производствоһы, резина һәм пластмасса әйберҙәр етештереү – 3,1-5,3 процентҡа, полиграфия эшмәкәрлеге һәм күсермә яһау — 14 процентҡа, нефть продукттарын етештереү, сей нефть һәм тәбиғи газ табыу, электр ҡорамалдарын, автотранспорт сараларын, тағылмалар һәм ярымтағылмалар етештереү 0,2 -0,9 процентҡа кәмегән.
2016 йылдың ғинуар-авгусына ҡарата сәнәғәт етештереүе индексы электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеүҙә, кондицияға еткереүҙә — 105,5 процент, һыу менән тәьмин итеүҙә, һыу бүлеүҙә, ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы һәм юҡ итеүҙе ойоштороуҙа 106,2 процент тәшкил иткән.
Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса ошо күрһәткес Удмурт Республикаһында 98,4 проценттан алып Мордовияла 112,1 процентҡа тиклем тирбәлгән.