03:00 (UTC+5), 20 Сентябрь 2017

Республикала 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйылған

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 3,16 миллион тонна иген йыйылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Бөртөклөләр майҙандарҙың 80 процентында сабылған (1,46 миллион гектар) һәм 80 процентында һуғылған. Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Бәләбәй, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр һәм Белорет райондары аграрийҙарына 10 проценттан кәмерәк йыйып алырға ҡалған. Яҡшы иген урыу тиҙлегенә һәйбәт һауа торошо ла булышлыҡ итә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Бөгөн төбәк буйынса уңыш гектарынан 22,1 центнер тәшкил итә. Уңыш буйынса иң юғары күрһәткестәр Саҡмағош (гектарынан 37,6 центнер), Стәрлетамаҡ (32 центнер) һәм Мәләүез (31 центнер) районы хужалыҡтарында.
Стәрлетамаҡ районы предприятиелары – 163,2 мең тонна, Мәләүез – 149,5 мең тонна, Баймаҡ – 133,7 мең, Саҡмағош – 115,7 мең, Көйөргәҙе – 110,5 мең, Илеш – 106,1 мең, Хәйбулла – 102,7 мең, Ауырғазы 102,2 мең тонна иген һуғып алған.
Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда уңыш былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, әммә сифаты бер аҙға түбәнерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика