12:00 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер – хакимиәт

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Ҡала хужалығының ҡышҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Был ресурс менән тәьмин итеүсе предприятиелар йәшәйеш системаларын һәм ҡорамалдарын ремонтлау эштәрен тамамланы тигәнде аңлата. Мәҫәлән, «Өфө инженер селтәрҙәре» 5 саҡрым оҙонлоҡтағы 17 йылылыҡ селтәрҙәре участкаһын алмаштырҙы. «БашРТС», резерв линияларын файҙаланып, ҡышҡы осорҙа ла йылыны һүндермәйенсә үҙенең объекттарын ремонтлауҙы дауам итәсәк. 21 саҡрым оҙонлоҡтағы 40 участканы төҙөкләндереү ҡаралған.
«Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләү өсөн 4,5 мең саҡрым газ үткәргес әҙерләгән. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә «Ново-Александровка» газ бүлеү станцияһынан алып «Тимашев» төп газ көйләү пунктына тиклем газ селтәрен һуҙыу буйынса эштәр алып барыла.
«Өфө һыу каналы» 4,73 саҡрымлыҡ һыу үткәргес селтәренә һәм 1,74 саҡрымлыҡ канализация селтәренә капиталь ремонт үткәргән. «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө ҡала электр селтәрҙәре предприятиеһы ҡаланың көньяҡ өлөшөндәге үҫешеүсе биҫтәләрҙе һәм ҡасабаларҙы электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырыу маҡсатында эштәр башҡарған.
Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, һауа температураһы биш көн дауамында +8 градус һаҡланһа, өйҙәргә йылы бирелә башлай. Социаль объекттарҙа учреждение етәкселәренең ғаризаһы буйынса йылыны иртәрәк тә биреүҙәре ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика