06:31 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Благовещен ҡалаһында косметик һәм ярҙамсы текстиль матдәләр заводын төҙөргә ниәтләйҙәр

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы инвесторға Благовещенда косметик һәм ярҙамсы текстиль матдәләр етештереү заводын төҙөү өсөн Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан аҡса алырға ярҙам итәсәк. Был — 300 миллион һумға льготалы кредит һәм инфраструктура объекттарын төҙөүҙә, реконструкциялауҙа ярҙам.
Ведомство Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды, Благовещен районы хакимиәте, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән видеоконференция үткәрҙе. Һөҙөмтәлә ғариза яҙырға тигән ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Ярҙамсы текстиль матдәләр — тәбиғи һәм химик сүстәрҙе эшкәртеүгә яҡшы йоғонто яһаған махсус препараттар. Ошо матдәләр туҡыма әйберҙәр етештереүҙә һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуҙа файҙаланыла. Улар ярҙамында туҡымалар төрлө үҙенсәлектәргә, мәҫәлән, статик көсөргәнеште кәметеү, материалдарға һыу үткәрмәүсәнлек сифаттарына эйә була ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика